Мәктәп  тарихы

    Кейекбай ауылында тәүге мәктәп 1930 йылда асыла. Мәктәптә уҡытыусы булып эшләүселәр:

    1930 йылда – Алимбеков Ғәлим, тәүге уҡытыусы Кейекбай, Ғәҙелгәрәй, Аҡбулат, Тарыуал балаларын яңғыҙ уҡыта.

    1931 йылда – Маликов Мөжәүир менән икәүһе уҡыта.

    1932 йылда – Алимбеков Ғәлимде Иҫке Собханғолға уҡытырға алалар. Ошо уҡ йылда Маликов Мөжәүир менән Смаков Төхвәт уҡыта.

    1933 йылда – Ғәйнетдинов тигән кеше уҡыта.

    1934 – 1942 йылдарҙа Йомағолов Фәсхетдин 8 йыл уҡыта. Уның менән бергә Мәрәсов Файзрахман ағайҙың ҡатыны Мәрәсова Мәстүрә ике йыл бергә эшләй. Унан һуң уның менән Юлсурина Яңыл уҡыта.

   1942 – 1945 йылдарҙа Йосопов Сәғит Алтынсура улы эшләй. Уның менән бергә Исанғазин Зәйнулла уҡыта.

   1947 йылда Ҡотлобаев Ғәли ағайҙың ҡатыны Хәжирә Ғимран ҡыҙы Байназар ауылынан килә.

   1949 – 1950 йылдарҙа Нурғалин Шаһыбал эшләй.

   1949 – 1951 йылдарҙа Аҡбашева Лира Рәжәп ҡыҙы килә.

   1952 – 1955 йылдарҙа мәктәп ябыла.

   1955 – 1959 йылдарҙа Ғубаева Мәсхүҙә Абдулла ҡыҙы эшләй.

   1959 йылда Ямашева Мәҙинә Белорет районы Хәсән ауылынан килә.

   1959 – 1960 йылдарҙа Сирбаев Ғәбит Харис улы эшләй башлай. Ул пенсияға сыҡҡансы уҡыта. Пенсияға сыҡҡас 10 йыл уҡыта, дөйөм педагогоик стажы 50 йыл.

   1968 йылда Сөйәрғолова Мөслимә Мәхмүт ҡыҙы, Ҡаһарманова Мәрйәм, Вәлиев Рәмил Зиннур улы, Көсәпҡолова Рима Нуретдин ҡыҙы эшләп китәләр.

   1976 йылдың октябрендә Баязитова (Сафина) Зөһрә Ситдиҡ ҡыҙы эшкә килә.

   1983 – 1984 йылдарҙа Мухаметдинова Флүрә Рысьян ҡыҙы эшлп китә.

   1984  - 1985 йылдарҙа Рәхмәтуллин Айрат Фәйзулла улы эшләй.

   1986 – 1987 йылдарҙа Ишмөхәмәтова Әҡлимә Сәғит ҡыҙы дирктор итеп ебәрелә. Хоҙайбирҙина Ғәзизә Әҙһәм ҡыҙы менән бергә уҡытылар.

   1986 – 1987 йылдарҙа мәктәп 6 йыллыҡҡа әйләндерелә. Мәктәп директоры итеп Дәүләтбирҙин Заһир Сәлихйән улын ебәрәләр. Завуч булып Ғәбиҙуллина Гөлсәсәк Хаммат ҡыҙы эшләй. Күлбаева Фәйрүзә Рәжәп ҡыҙы, Хәсәнова Әнисә Илһам ҡыҙы, Юлчурина Фәрзәнә Йомғужы ҡыҙы, Хәмидуллина исхаҡ ҡыҙы, Имәнғолова Фирҙәүес Аллабирҙе ҡыҙы уҡытырға киләләр.

     1987-1988  йылдарҙа мәктәп 8 йыллыҡҡа әйләндерелә. Йәлмәмбетова Гөлфиә Бәшир ҡыҙы эшкә килә.

   1989-1990 йыдарҙа Халикова Зөһрә Аллабирҙе ҡыҙы эшләп китә.

      1987-1988 йыддарҙа Ишморатова (Хәлитова) Әҡлимә Вәли ҡыҙы уҡыта башлай. Алтыншина Нурия Мирза ҡыҙы, Тимербаев Зиннур Исмәғил улы, Вәлиуллин Р!стәм Рәхимйән улы, Вәлиуллина Хәбирә, Сирбаева Ләлә, Шәкирова Алсу, Хәлиуллин Урал, Сафин Салауат Самат улы, Сафина (Ишемгужина Лилиә Самат ҡыҙы уҡытырға киләләр).